– Эйе, улым. Тап шулай. Уларҙың ҡойолған алмаларынан яңылары үҫеп сыға.
– Ә һинең йәшеңдәге алмағастар бармы?
– Бар, улым. Ана баҡса уртаһындағы олпат ике алмағасты күрәһеңме?
– Эйе, ә алмалары бик аҙ бит.
– Уларҙың алмаһынан баҡса ағас менән тулды. Әлеге ваҡытта ошо йәш ағастарҙың балдай татлы еҫтәренә ҡыуанып, ҡояштан һаҡлап торалар.
– Ҡартатай, һинең менән өләсәй беҙгә ҡыуанған шикеллеме?
– Эйе, улым, балдай татлы емешем, әйҙә, алмаларҙы йыяйыҡ.