+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Сентябрь 2020, 16:15

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

Хәйләкәр ҡусҡар (бирман халыҡ әкиәте) Юл буйлап йүгереп барған ат, ҡусҡарҙы күреп ҡалған да, ҡысҡырып кешнәп ебәргән:– Йөҙ йылдан һуң да һин тик йөҙ аҙым ғына шыуышасаҡһың!– Мин бер ҡайҙа ла ашыҡмайым. Әгәр ҙә беҙ ярышабыҙ икән, мин һинән бары тик йөҙ аҙымға ғына артта ҡаласаҡмын! – тип яуап биргән ҡусҡар.– Ҡайһылай маҡтансыҡ! – тип кешнәгән ат.Ҡусҡар уға:– Иртәгә кил, ярышырбыҙ! Әгәр һинән йөҙ аҙымдан күберәккә артта ҡалһам, мине тапап китһәң дә була! – тип әйткән...(дауамы сайтта!)

Ат, әлбиттә, ризалашҡан. Ә ҡусҡар үҙенең ун мең туғанын йыйған. Уларға юл буйлап бер-береһенән йөҙ аҙым арауығында йәшеренергә ҡушҡан.
Иртәгәһенә ярыш башланған. Ат ике йөҙ аҙым йүгергән дә, артына әйләнеп тә ҡарамайса:
– Йә, һин ҡайҙа шыуышаһың? – тип ҡысҡырған.
– Артыңа әйлән! – тигән тыныс ҡына тауыш ишетелгән.
Ат әйләнеп ҡараһа, үҙенән йөҙ аҙымда шыуышып килгән ҡусҡарҙы күргән. Аптыраған ат тағы ла сабырға тотонған. Ҡасан ғына әйләнеп ҡарамаһын, ҡусҡар аттан бер ҙә ҡалышмай икән.
Ниһайәт, хәлһеҙләнеп, ат юл ситенә ауған.
Ҡусҡар уға яҡын килеп, ҡысҡырып көлөп ебәргән дә:
– Етеҙ аяҡлы түгел, аҡыллы башлы еңә шул! – тигән.
Миңлегөл ТАЙСИНА тәржемәһе.
Читайте нас: