+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Сентябрь 2020, 18:11

Кем иң яҡшы батарейка йыйыусы?

Балалар араһында ғәҙәти булмаған фотоконкурс ойошторолған.

"Экология" милли проекты сиктәрендә бихисап эштәр бойомға ашырыла.

"Экохәстәрлек” проекты – көсө бөткән батарейкаларҙы йыйып тапшырыу. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә бойомға ашырылған был сара сиктәрендә мәктәп уҡыусылары белем усаҡтарында урынлаштырылған махсус контейнерҙарға батарейкалар алып килә. Улар аҙаҡ заводтарға утилизацияға ебәрелә.

Башҡортостанда “Экохәстәрлек” проекты Өфөнән тыш Бәләбәй һәм Октябрьский ҡалаларындағы мәктәптәргә махсус контейнерҙар ҡуйылған.

Өфө ҡалаһындағы 74-се мәктәп батарейкаларҙы йыйыуҙың үҙенсәлекле ысулын уйлап тапҡан – социаль селтәрҙәрҙә “Экохәстәрлек” акцияһына арналған фотоконкурс иғлан иткәндәр.

Уҡыусылар #74батарейки сдавайте хэштегы аҫтында ҙур теләк менән фотолар һалған. Был бәйге арҡылы батарейкалар йыйыу балалар өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәләре, туғандары, күршеләре өсөн дә мауыҡтырғыс шөғөлгә әүерелгән.

Уҡыу йылы башынан алып ике аҙна эсендә 12 контейнер батарейкалар менән тулған.

Читайте нас: