+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Сентябрь 2020, 19:31

Балаларҙың иғтибарын йәлеп итерлек майҙансыҡтар күп

Сенсорлы уйын өҫтәле, 3D тотҡалар, компьютерҙар, телевизор...

Рощинскийҙағы моделле ауыл китапханаһында көтөп алынған ваҡиға - “Клуб ОК” интеллектуаль үҫеш студияһы асылған.

Был проект Рәсәй Федерацияһы Президентының Гранты ярҙамында ғәмәлгә аша.

Ауыл китапханаһы ижади осрашыуҙар өсөн бик уңайлы, бында балаларҙың иғтибарын йәлеп итерлек майҙансыҡтар күп: сенсорлы уйын өҫтәле, 3D тотҡалар, компьютерҙар, телевизор...

Киләсәктә бында балалар менән даими эш итергә, уларҙы ижади яҡтан да, интеллектуаль яҡтан да үҫтерергә йыйыналар.

Айгөл ЙӘМИЛЕВА.

Читайте нас: