+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентябрь 2020, 12:07

Ура, хоккей йәшәйәсәк!

“Салауат Юлаев”тың үҙ спорт мәктәбе эшләргә тейеш. Был йәш быуын араһында спортҡа һөйөү уятыуға, хоккей командаһына алмаш әҙерләүҙе бойомға ашырыуға төп этәргес булыр тип өмөт итәйек.

Батырыбыҙ Салауат Юлаев исемен йөрөткән хоккей командаһы яҙмышына битарафтар һирәк. Уйын миҙгеле башланһа, йәше лә ҡарты ла Өфө-аренаға, йәки телевизор янына ашыға.
Рәсәй чемпионы титулын, Гагарин кубогын яулаған “Салауат Юлаев” хоокей командаһы Континенталь хоккей лигаһында көслөләрҙең береһе.
Шулай ҙа һуңғы арала клуб матди яҡтан ауырлыҡтар кисерҙе, быға пандемия ла сәбәпсе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бер нисә көн элек сығарған ҡарары буйынса, хәҙер “Салауат Юлаев” хоккей клубын финанслауҙы республика үҙ өҫтөнә ала.
Бер рәт талаптар араһында “Салауат Юлаев”тың үҙ спорт мәктәбе эшләргә тейеш тигән талап та бар. Был йәш быуын араһында спортҡа һөйөү уятыуға, хоккей командаһына алмаш әҙерләүҙе бойомға ашырыуға төп этәргес булыр тип өмөт итәйек.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: