+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентябрь 2020, 11:48

Радий Хәбиров алтынсы класс уҡыусыһынан шахмат уйындарында еңелгән

Баймаҡ егете Искәндәр Фәйезов – Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ яҡтарында эш сәфәре менән булғанда алтынсы класс уҡыусыһынан шахмат уйындарында еңелгән.
“Ун биш йыл тирәһе шахмат уйнағаным юҡ. Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөрмөн дә, еңермен тип уйлағайным, әммә Искәндәр Фәйезов – Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы миңә мөмкинлек ҡалдырманы.
Уға еңелеү хурлыҡ түгел”, – тип уйындан тәьҫораттары менән уртаҡлашты республика етәксеһе.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: