+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентябрь 2020, 11:15

Әлшәй балаларының шатлығы

Уларҙа хәҙер бассейнлы физкультура-һаулыҡ нығытыу комплексы бар.

Әлшәйҙә физкультура-һаулыҡ нығытыу комплексы асылды.
Мәртәбәле ҡунаҡтар асыу тантанаһында фитнес-аэробика буйынса бейеү, спорт уйындары күнекмәләрен, бассейнда синхрон йөҙөү номерҙарын ҡараны.
Комплекстың дөйөм майҙаны – 3087,4 квадрат метр. 25 метр оҙонлоғондағы бассейн дүрт юлдан тора.
Шулай уҡ бында спорт залы, тренер бүлмәһе, кейенеү бүлмәһе, вестибюль төркөмдәр һәм башҡа бүлмәләр бар.
Рәсәй Президенты Владимир Путин “Сәләмәт тормош алып барыу спорт менән айырылғыһыҙ булырға тейеш”ти. Әлшәй районы Раевка ҡасабаһының йәш быуын вәкилдәре яңы асылған физкультура комплексында спорт менән шөғөлләнеү арҡылы, сәләмәт тормоштоң файҙаһын нығыраҡ төшөнөр.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: