Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо көндәрҙә Өфөлә “Киләсәк уҡытыусыһы” һөнәри конкурсының ярымфиналы үтте. Унда Башҡортостандан тыш, Волга буйы округына ҡараған башҡа республика-өлкәләр ҙә ҡатнашты.
Уҡытыусылар оҫталыҡ дәрестәрендә, төрлө лекцияларҙа, уйындарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны.
Һөҙөмтәләр буйынса, Башҡортостан республикаһының данын яҡлаған команда финалға сыҡты.
Башҡортостандың Мәғариф министры Айбулат Хажин был ваҡиға арҡылы үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Балаларҙы уҡытыу – яуаплы һәм дәрәжәле эш, – тине ул, – Кем генә еңеүгә өлгәшһә лә, ҡатнашыусыларҙың уҡытыусы, үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ үҫешеүе мөһим”.
“Киләсәк уҡытыусыһы” конкурсының финалы киләһе йылдың февраленә планлаштырылған.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан