+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Сентябрь 2020, 16:05

ШАМОНИН МӘКТӘБЕНДӘ — МИЛЛИ КЕЙЕМДӘР КӨНӨ

Милли кейем көнөнә Өфө районы Шамонин урта мәктәбендә уҡытыусылыр ҙа, уҡыусылар ҙа милли биҙәүестәр тағып, ҡыҙҙар —сулпыларын сыңлатып, һаҡал, түшелдеректәрҙә, күҙҙең яуын алырлыҡ күлдәктәрҙә, малайҙар һәм егеттәр милли орнаменттағы галстуктар тағып килде. 1 “Б” класы уҡыусылары ла был көндө дәртләнеп уҡырға барҙы. Уҡытыусылары Гөлнур Зөлфәр ҡыҙы Басырова балаларға башҡорт халҡының милли биҙәүестәре, милли кейемдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары тураһында һөйләне. Мәктәпкә яңы ғына аяҡ баҫҡан кескәйҙәр өсөн был көн онотолмаҫлыҡ хәтирә булып күңелдәрендә һаҡланыр!

Милли кейем көнөнә Өфө районы Шамонин урта мәктәбендә уҡытыусылыр ҙа, уҡыусылар ҙа милли биҙәүестәр тағып, ҡыҙҙар —сулпыларын сыңлатып, һаҡал, түшелдеректәрҙә, күҙҙең яуын алырлыҡ күлдәктәрҙә, малайҙар һәм егеттәр милли орнаменттағы галстуктар тағып килде.
1 “Б” класы уҡыусылары ла был көндө дәртләнеп уҡырға барҙы. Уҡытыусылары Гөлнур Зөлфәр ҡыҙы Басырова балаларға башҡорт халҡының милли биҙәүестәре, милли кейемдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары тураһында һөйләне. Мәктәпкә яңы ғына аяҡ баҫҡан кескәйҙәр өсөн был көн онотолмаҫлыҡ хәтирә булып күңелдәрендә һаҡланыр!
Читайте нас: