-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Сентябрь 2020, 17:20

ӘСӘЙ, УҠЫЙЫҠ ӘЛЕ!

Гүзәл ҒӘЛИЕВА шиғырҙарыИң ҡәҙерле аҙыҡ Яңы бешкән икмәк тотоп,Мин өйгә ҡайтып киләм,Иң ҡәҙерле аҙыҡ бит ул,Үҫкәнмен инде, беләм.Шуға ҡыҫып ҡосаҡлайым,Төшөп китмәһен ергә.Еҫтәре! Их, ҡытырлатып,Мөйөшөн кимерергә!Мин түҙәм ҡайтып еткәнсе.Бына өй ишеге лә.Тәртипһеҙ кеше генәУрамда икмәк ашай,Һыныҡты ергә ташлай.

Хәйләкәр көсөк
Бәләкәс көсөк Буян
Ҡаймаҡты түгеп ҡуйған.
Зыян эшләнем, тиеп,
Ҡайғырып та бирмәй ул,
Балағымдан тартҡыслап,
Мине тышҡа һөйрәй ул.
– Әйҙә, ҡастыҡ, – ти… Тоям,
Хәйләкәр, ай-һай, Буян.
Ә мин әсәй ҡайтыуға
Иҙәнде һөртөп ҡуям.
Гөлйемеш
Ал емеш, гөл емеш,
Гөлйемеш бешкән, имеш.
Өҙөргә иткәйне Шамил,
Ялан ҡул ғына килеш,
Энә керҙе бармаҡҡа,
Шул кәрәк ул һармаҡҡа.
Сәскәләрен йәй көндәре
Йәлләмәй өҙгән ине,
Ал таждарын йолҡоп-йолҡоп,
Юл буйлап теҙгән ине.
Шуны иҫләй гөлйемеш,
Сығармай уға өлөш.
Читайте нас: