Баш ҡаланан 120 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан Архангель районында “Мәңгелек боҙ батшалығы”мәмерйәһе бар. Ул тәбиғәт мөғжизәһе – боҙҙар иле. Серле лә шул уҡ ваҡытта шомло ла, әкиәти урын. Мәмерйә менән яҡындан танышырға теләгәндәр өсөн көнөн билдәләп алдан яҙылыу мотлаҡ.