+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Сентябрь 2020, 15:11

Бәләкәйҙән эшлекле башҡорт телен белеп үҫһендәр

"Эшлекле башҡорт теле" уҡыу әсбабы донъя күрҙе. Ул ололарға ла, балаларға ла берҙәй файҙалы.

Башҡорт телен нисек һаҡларға, үҫтерергә? Әлбиттә, йәш быуын ярҙамында. Яңыраҡ донъя күргән "Эшлекле башҡорт теле" төрлө йәштәгеләрҙә ҡыыҙҡһыныу уятырға тейеш.

Бер төркөм китап авторҙары кисә китаптың исем туйында яҙылыу тарихы, маҡсаты, төп тәғәйенләнеше хаҡында бәйән итте.

"Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булғас, был уҡыу әсбабы өҫтөндә эш башланыҡ. Беренсе китапты филолгия фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина, Нурия Әсәҙуллина, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Вәлиева менән берлектә төҙөнөк, – тине Рита Аҡбулатова, Башҡорт телен яҡлау һәм үҫтереү фондының “Фән” йүнәлеше белгесе, – Икенсе китап өҫтөндә филолгия фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова, филология фәндәре кандидаттары Нәсимә Суфьянова, Резида Сөләймәнова эшләне.

Был китапта теоретик та, методик та материал етерлек. Ул дәүләт эшендә эшләгән һәр чиновниктың өҫтәл китабы булырға тейеш.

Эшлекле башҡорт теле” әсбабы документтар тултырыуҙа ярҙам итә.

Был китап өҫтөндә ғинуарҙан алып ентекле эш барҙы, команда берҙәм, шыма эшләне, һәр кем үҙ тәғәйенләнешен белде. Грант ваҡыты үтергә әле ике ай бар, ә беҙ инде китапты ҡулға алдыҡ. Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә рәхмәт – һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙылар”.

Филология фәндәре докторы, БДУ-ның башҡорт фиологияһы, журналистикаһы һәм шәрҡиәте факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина әйтеүенсә, был китапты кешеләр оҙаҡ көткән.

Эшлекле башҡорт теле” донъя күргәс, күптәр ҡыуанысын белдереп шылтыратты, ошо арҡылы был китаптың сығыуы ысын-ысынында тарихи ваҡиға икәненә инандыҡ”, – тине ул һәм юғары уҡыу йорттарында “Эшлекле башҡорт теле” предметы булыуын, киләсәктә был әсбабтың дәреслек булараҡ ҡулланылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова сығышын Башҡортостанда телдәр хаҡындағы закондың 1999 йылда уҡ ҡабул ителеүен иҫкә алыу менән башланы.

Ул ваҡыттан әлеп бөгөнгө көнгә тиклем тулы бер быуын үҫеп сыҡты. Телде һаҡлау буйынса Башҡортостанда күп эштәр башҡарыла, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының ойошторолоуы был эштәрҙе бойомға ашырыуға ҙур этәргес булып тора. Фондҡа беҙгә ярҙа итеүҙәре өсөн ҙур рәхмәт.

Документ – етди эш, уның менән тәғәйен миҫалдарға таянып эш итеү мөһим. Был йүнәлештә эш дауам итергә тейеш”, – тине Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы һәм Телде өйрәнеү институты сығарған китаптар менән таныштырҙы. Улар араһында төрлө һүҙлектәр, шул иҫәптән ЗАГС хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгәндәре лә бар.

Башҡорт телендә документ тултырырға теләгәндәр был китапта бойороҡ, нигеҙләмә, ҡағиҙәләр, ҡулланма кеүек эш ҡағыҙы өлгөләрен таба, эш хаттарын, әмер, күрһәтмәләрҙе яҙыу тәртибенә өйрәнә һәм башҡа материалдар аша эшлекле башҡорт теле буйынса белемдәрен камиллаштыра ала.

Айгөл ЙӘМИЛЕВА.

Читайте нас: