+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Сентябрь 2020, 17:10

ӘСӘЙ, УҠЫЙЫҠ ӘЛЕ!

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА шиғырҙарыУҠЫТЫУСЫ ӨКӨӨкө апай — уҡытыусы,“У” хәрефен уҡыта.— Ухы-ы! — ти ул, уҡымаһаң,Йоҙроҡ төйөп ҡурҡыта...

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА
БЕЙЕҮСЕ АЙЫУ
Айыу ағай бейеп йөрөй,
Билендә һоро ҡайыш.
Тыпыр-тыпыр бейер ине,
Аяҡҡынаһы тайыш...
“Һап!” итте лә “һоп!” итте,
Ҡоланы, бынағайыш...
Бүтән тора алманы,
Ысҡынып китте ҡайыш...
Йоҡлап китте:
— Ғыр-р, ғыр-р...
Арығандыр, бахыр...
СЕРӘКӘЙ
Үҙен бик тә ҙур тойоп,
Ғорурланды серәкәй.
Күгәүенгә һүҙ ҡушты:
- Ниңә һин бик бәләкәй?
СЫБЫҠ МАТАЙ
Атланып сыбыҡ матайға,
Ҡаршы саптым атайға.
Дрррын-дрррын матайым,
Эштән ҡайта атайым!
Эй ҡыуанды атайым:
— Бигерәк шәп матайың!
Һыймаҫмын мин матайға,
Йәйәү генә ҡайтайым...
Бороп сыбыҡ матайҙы,
Саптым ауылға ҡарай.
— Ҡайһылай шәп малай! — тип
Бөтәһе миңә ҡарай...
ҺАЙЫҪҠАН
Шыҡыр-шыҡыр һайыҫҡан
Осоп килгән алыҫтан,
Яҡынлашҡан бер йортҡа,
Алырға тип йомортҡа.
Осоп ингән кетәккә,
Тапҡан тимер бер тәңкә,
Тибеп-тибеп ҡараған,
Әйләндереп ялаған,
Тәрбиәһеҙ һайыҫҡанға
Шул тәңкә лә яраған...
Читайте нас: