+2 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
10 Сентября 2020, 07:13

Ололарҙы ололағыҙ, сәләм биреп йөрөгөҙ

"Башлыҡтарға ҡат-ҡат әйтәм: халыҡ менән ялтыр машинағыҙҙың тәҙрәһе аша түгел, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашығыҙ, үҙегеҙҙе өҫтөн ҡуймағыҙ. Аралашыуға һыуһаған ауыл халҡы ғәҙеллек талап итә..."

Добавить в предпочтительные источники Google
Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районы халҡы менән осрашты.
Эшлекле сәфәр барышында урындағы халыҡты борсоған мәсъәләләр ҡаралды. Мәҫәлән, Күсей-Хәлил ауылдары араһында юл төҙөкләндереүҙе талап итә.
“Юлдарҙы ремонтларға ғына түгел, уларҙы яңынан һалырға кәрәк. 2021 йылға эш тамамланасаҡ. Башлыҡтарға ҡат-ҡат әйтәм: халыҡ менән ялтыр машинағыҙҙың тәҙрәһе аша түгел, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашығыҙ, үҙегеҙҙе өҫтөн ҡуймағыҙ. Аралашыуға һыуһаған ауыл халҡы ғәҙеллек талап итә, мин уларға был ғәҙеллекте вәғәҙәләйем”, – тине төбәк етәксеһе кешеләр менән аралашыу һөҙөмтәһендә.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас