Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Экология – ул тәү сиратта белем. Һәм был белемде ситтән тороп түгел, туранан-тура камиллаштырыу зарур” тигән һүҙҙәре бар.
Башҡортостанда бойомға ашырылған “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы ла йәш быуында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.
Сара сиктәрендә ошо көндәрҙә Хәйбулла районында ағас ултыртасаҡтар, өмәләр ойоштороласаҡ.
Сентябрь аҙағында экологик өмәләр республиканың төрлө район-ҡалаларында ҡаралған.
“Йәшел Башҡортостан” сиктәрендә генә 25 мең ағас ултыртырға йыйыналар.