Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика башҡорт гимназия-интернатында, 44-се һәм 162-се һанлы күп профилле полилингаваль мәктәптәрҙә Шайморатов кластары уҡыусыларының берҙәм мәктәп формалары буласаҡ, теге йәки был өлкәләге ҡаҙаныштары өсөн улар “Йәш шайморатовсы” значогы менән бүләкләнәсәк.
Шайморатовсылар рәтенә тантаналы ҡабул итеү 11 октябргә – Республика көнөнә планлаштырылған.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, бер нисә ай элек халҡыбыҙҙың бөйөк улы генерал Миңлеғәле Шайморатов Рәсәй Президенты бойороғо буйынса Рәсәй геройы исеменә лайыҡ булды.