+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Сентябрь 2020, 22:00

ИШМӨХӘМӘТ СӘСӘН

Үҙенең әҫәрҙәрендә Ишмөхәмәт сәсән яҙмыш, йәшәү мәғәнәһе тураһыгда уйлана, тыуған яҡтың гүзәллеген данлай.

ИШМӨХӘМӘТ СӘСӘН (ысын исеме Балапанов Мырҙаҡай Мәһәҙей улы; 1781-1878 йылдар). Ырымбур губерняһы Верхнеурал өйәҙе Балапан ауылы) Хәҙерге көндә БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Иҫке Балапан ауылы — 1878, унан Йәнекәй, ә Йәнекәйҙән Яңы Балапан ауылдары бүленеп сыға. (Архив материалдарынан). Башҡорт халыҡ шағир‑импровизаторы, заманының атаҡлы йырсыһы, ҡурайсыһы.Үҙенән алда йәшәгән сәсәндәрҙең ижади мираҫын һаҡлап килеүсе оҫта, боронғо ҡулъяҙмалар, шәжәрәләр туплау эше менән дан тотҡан әҙип. Сәсәндең ижади мираҫына "Саңды үҙәк", Һары ла сәс”, “Әйүкә”, "Малбай", "Бүзекәй кантон", "Юлтый ҡараҡ" кеүек тиҫтәләгән йырҙарҙың авторы. "Саңдүҙәк", "Һары ла сәс", "Малбай", "Әйүкә", "Бүҙекәй кантон" һ.б. йырҙар ҡарай.
Үҙенең әҫәрҙәрендә Ишмөхәмәт сәсән яҙмыш, йәшәү мәғәнәһе тураһыгда уйлана, тыуған яҡтың гүзәллеген данлай.
1830‑сы йй. 6‑сы башҡорт кантонында йорт старшинаһы, хорунжий (1829). Властарға ҡаршы сығыш яһаған өсөн эҙәрлекләүгә дусар булған. Ишмөхәмәт исемен йәшеренеү маҡсатында алған. Ул 1839 йылда Хиуа ханлығына походта, В. А. Перовский янында йөрөгән ҡурайсы музыканттар төркөмөндә ҡатнаша. В. А. Перовский тарафынан исемле ҡылыс менән бүләкләнгән.
Ишмөхәмәт сәсәндең. йырҙары “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына индерелгән. Яңы Балапан урта мәктәбенә сәсәндең. исеме бирелгән, бинаға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; тыуған ауылында урам уның исемен йөрөтә. Шулай уҡ 2004 йылда Ишмөхәмәт сәсән исемендәге Премия булдырылған.
Күп йылдар буйына Ғәбит сәсән унан һүҙ оҫталығына өйрәнә. Ишмөхәмәт сәсән "Урал батыр" эпосын һәм “Байыҡ Айҙар сәсән” тураһында 112 юллыҡ ҡобайырҙы үҙенең уҡыусы-шәкерте Ғәбит сәсәнгә тапшыра.
Читайте нас: