Ошо көндәрҙә “Рәсәй лидерҙары” конкурсының суперфиналы тамамланды. Башҡортостан да унда үҙ һүҙен әйтте, алты яҡташыбыҙ үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йортонла уҡыу өсөн 1 миллион һум күләмендә сертификат алыуға иреште.
Егеттәрҙең уңышына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та битараф ҡалманы.
“Арсен Әйүпов “Рәсәй лидерҙары конкурсында идарасылар бәйгеһендә еңеүсе тип табылды. – тип яҙҙы ул “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә, – Бөтә илдән йыйылған 106 финалист араһында ул юғары звенолағы чиновниктар һәм эре бизнесмендарҙың үҙенән дәрестәр алыу мөмкинлегенә эйә.
Әлегә Арсен Мәскәүҙә эшләй, әммә уны Башҡортостанға ҡайтарыу хаҡында уйларға кәрәк”.