+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Сентябрь 2020, 00:25

ТЕРПЕ БӘШМӘК

Туҡмас бәшмәк (Грибная лапша);Олатай һаҡалы (Дедова борода);Арыҫлан ялы (Львиная грива);Пом-Пом бәшмәге (гриб Пом-Пом (фр. Pom-Pom blanc);Маймул башы (Обезьянья голова)...

Көҙ. Урман-ҡырҙарҙа бәшмәк (мәшкәк, гөмбә) йыйыу осоро етте. Ерҙе үҙенең һыуы менән туйҙырғансы яуған ямғырҙарҙан һуң бәшмәктәр ҡалҡып ҡына тора. Тырызыңды тот та, алға!
Бәшмәк йыйыу шөғөлөн көтөп алыусылар өсөн бигерәк ҡулай мәл. Кемдер уларҙы һатып табыш ала, кемелер төрлө аҙыҡ хәстәрләй. Ә бәшмәктәрҙең организм өсөн дә файҙалы икәнлеген беләһегеҙме икән? Улар ҡан тамырҙарына холестерин ултырыуға ҡамасаулай. Стенокардия һәм йөрәк ауырыуҙарын еңеләйтеү өсөн аҡ бәшмәк ашарға кәңәш ителә.
Аҡ бәшмәк (Белый гриб) - бәшмәктәрҙең батшаһы, ул ҡарағайлы, ҡайынлы урманда үҫә, ҡояш, ямғыр ярата, витаминдарға бик бай, сәс һәм тырнаҡтар өсөн бик файҙалы.
Майлы бәшмәк (масленок) - киң таралған, ҡарағай һәм шыршы урмандарында үҫә. Әйтеп үтелгән һәм башҡа бик күп төр бәшмәктәр Башҡортостан биләмәләрендә үҫә.
Ә беҙ һеҙҙе ресбуликабыҙҙа үҫмәгән тәбиғәт МӨҒЖИЗӘәһе - ТЕРПЕ БӘШМӘК (ежовик гребенчатый) менән таныштырабыҙ. Уны халыҡ телендә :
Туҡмас бәшмәк (Грибная лапша);
Олатай һаҡалы (Дедова борода);
Арыҫлан ялы (Львиная грива (англ. lion's mane mushroom);
Пом-Пом бәшмәге (гриб Пом-Пом (фр. Pom-Pom blanc);
Маймул башы (Обезьянья голова) – өытай телендә «хоутоугу» (пиньинь hóutóugū) тип йөрөтәләр.
“Ҡыҙыл китап”ҡа ингән бәшмәк Амур, Хабаровск, Приморье өлкәләрендә, Ҡырымда, Кавказ тауҙары итәгендә, Япон, Төньяҡ Ҡытай илендә үҫә.
Терпе энәле генә түгел, ә диңгеҙ коралдарына оҡшағанындары ла була. Яңғыҙлыҡты яратҡан һирәк осрай торған бәшмәк булһа ла төркөм менән үҫкәндәрен дә осратырға мөмкин. Сыроежка бәшмәге төркөмөнә ҡарай. Улар ботағы һынған, йә олоно аҡтарылған тере ҡайын, имән ағастарын һайлай. Тәмле, итле һәм файҙалы. Ҡаҡшаған иммунитетты һаҡлар өсөн көслө стимулятор. Аяҡ-ҡул, төрлө нервы, онкология ауырыуҙары өлкәһендә киң ҡулланыла. Ауырлығы менән 1,5 етә. Аҡ, аҡһыл, ә кипкәс һары төҫтә була. Августан октябргә саҡлы үҫә. Уны яһалма рәүештә ағас йышҡылары, һалам араһында үрсетелә.
Читайте нас: