-3 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
8 Сентября 2020, 07:29

Балаларыбыҙ йылмайһын

Һәр мәктәпкә – теш табибы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда “Сәләмәт йылмайыу” проекты сиктәрендә 65 стоматология кабинеттары асылған. Улар әлегә 65 мәктәпкә тәғәйенләнгән.
Был башланғыс Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың идеяһы.
Сираттағы кәңәшмәлә ул мәктәп стоматология кабинеттарының эш сифатын ентекле тикшерергә ҡушты.
“Ишектә йоҙаҡ торһа, бик ҡаты әрләйәсәкмен. Башҡортостан райондарының хакимиәт башлыҡтары менән мәктәптәрҙе стоматология кабинеттары менән тәьмин итергә тейешбеҙ, сөнки ҡайһы бер осраҡтарҙа, бигерәк тә ауылдарҙа балалар өсөн мәктәп – теште дауалау өсөн берҙән-бер ысул һәм урын”, – тине Башлыҡ.
Читайте нас