+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Сентябрь 2020, 19:45

ЗӘҢГӘР КҮЛ

..."Бөтә донъя зәңгәр-зәңгәр.Кем зәңгәргә буяған?"...

Иҫ киткес матур, һоҡланғыс күренеш. Күл эсенә төҫлө буяу ҡойғандармы ни? Мөлдөрәмә тулы зәңгәр һыу, әйтерһең дә, күк күлгә ял итергә төшкән. Был серле, мөғжизәле күл Ҡырмыҫҡалы районы биләмәһендә урынлашҡан. Баҡһаң, уның төбөндәге ҡом–балсыҡ шундай төҫлө минералдарға бай икән.Төҫө арҡаһында уны “Зәңгәр күл” тип йөрөтәләр. Төрлө яҡтан һалҡын шишмәләр ағып төшөү айҡанлы күлдең йылылығы +4 градустан артмай. Кинәнеп йөҙөп һыу кереп тә булмай бында, тик боҙло һыу яратыусы "морж"дар ғына рәхәтләнә. Ҡыш көндәрендә лә күл туңмай. Республика сиктәрендәге махсус һаҡланған биләмәгә инә.
Читайте нас: