“Экология” милли проекты, “Тере һыу” социаль проекты кеүек саралар тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән ойошторола.
Асҡын районындағы Урмияҙ ауылында ошо көндәрҙә Шәһәүетдин шишмәһен асыу тантанаһы үтте.
Был шишмә ер ҡуйынынан бынан 200 йыл элек урғылып сыҡҡан.
Бөгөнгө көндә шишмәгә илткән юлға ҡырсын түшәлгән, уның янында балалар өсөн уйын майҙансығы ла төҙөп ҡуйғандар.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан