ТӘҮГЕ КӨНДӨ ҮК САРАҒА КИЛГӘНДӘР РӘСҮЛ ҒАМЗАТОВ ҺӘЙКӘЛЕНӘ СӘСКӘЛӘР ҺАЛДЫ. БАШ ҠАЛА МӘКТӘПТӘРЕ УҠЫУСЫЛАРЫ "АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫНЫҢ БАШ МӨХӘРРИРЕ ЛАРИСА АБДУЛЛИНА МЕНӘН ОСРАШТЫ. ҺОРАУҘАР БИРҘЕ. ДАҒСТАН ДА, БАШҠОРТОСТАН КЕҮЕК, КҮП МИЛЛӘТЛЕ РЕСПУБЛИКА. БАЛАЛАР САРАЛА ШАҒИРҘЫҢ ШИҒЫРҘАРЫН ЯТТАН ҺӨЙЛӘНЕ, Ә ИНДЕ ЛАРИСА ХАШИМ ҠЫҘЫ БАШҠОРТСА ШИҒЫР УҠЫҒАС, АРАЛАРЫНДА ТЕЛДЕ ТӨШӨНӨҮСЕЛӘР ҘӘ ТАБЫЛДЫ. СӨНКИ ТӨБӘКТӘ БИК КҮП ТӨРКИ МИЛЛӘТТӘР ЙӘШӘЙ. "КРЕАТИВ" ӘҘӘБИ ТҮҢӘРӘГЕНӘ ЙӨРӨГӘН БАЛАЛАРҘЫҢ УРАЛ, БАШҠОРТОСТАН ТУРАҺЫНДА ИШЕТКӘНЕ БАР. ИҢ ОҪТА ШИҒЫР ҺӨЙЛӘҮСЕГӘ "АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫ БҮЛӘК ИТЕЛДЕ: УЛ 2-СЕ КЛАСС УҠЫУСЫҺЫ ӘМИНӘ ӘЛИГАДЖИЕВА.