-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Сентябрь 2020, 13:25

АЙҘАР - (ХӨРМӘТЛЕ, ИХТИРАМЛЫ)

...аҡ һаҡалы биленән ашҡан Байыҡ Айҙар сәсән көтмәгәндә батырҙарҙы яуға оҙатҡан йыйынға килгән һәм илһамлы ҡобайырын әйткән: Мәскәүҙә ҡупҡан шау, тиҙәр,Килеп баҫҡан яу, тиҙәр,...

Байыҡ Айҙар сәсән (Аблаев) Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы Монай (Арҡауыл) ауылында (хәҙерге Салауат районы) 1734 йылда тыуған, һуңынан Мәхмүт ауылына күсеп йәшә­гән. 1815 йылда вафат булған. 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры Әхмәт Байыҡ (ул 1784 йылда тыуған, уның хаҡында ошо уҡ исемле йыр һаҡланып ҡалған) — Байыҡ сәсәндең-улы.
«Байыҡ Айҙар сәсән» ҡобайырына ярашлы, Байыҡ Айҙарҙың атаһы Байназар тархан булған. Ул заманында Салауат батырҙың атаһы Юлай старшина Аҙналин менән яҡындан аралашып йәшәгән. Байыҡ сәсән үҙе лә Юлай старшина менән күп кенә яуҙарҙа булған. Ихтилалдарҙа ҡатнашҡаны өсөн Байыҡ Айҙар, батша карателдәренең эҙәрлекләүҙәренән ҡасып, ҡаҙаҡ далаларында йәшеренеп йәшәй. Ләкин тура һүҙле сәсән был яҡтарҙа ла тыныслыҡ тапмаған. Шулай бер ваҡыт ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәндә ул Абылай солтанға һүҙ тигеҙгән, ти. Өҫтәүенә, Байыҡ сәсән башында, хандар тажына оҡшатып, сәс толомо, йәки айҙар, йөрөтөр булған, сәсәндең Айҙар ҡушаматы ла шу­нан тороп ҡалған. Байыҡ сәсән ошо ваҡиғанан һуң киренән Уралға ҡайтҡан.
Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин менән осраша; «Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне» ҡобайыры буйынса, башҡорттарҙы Крәҫтиәндәр һуғышында (1773-1775) ҡатнашырға саҡыра.
Күтәрелеш еңелеп, Юлай менән Салауат тотҡонлоҡҡа эләккәс, Байыҡ Айҙар сәсән тағы ла ғәйеп булған.
1812 йылғы француз яуы башланғас, аҡ һаҡалы биленән ашҡан Байыҡ Айҙар сәсән көтмәгәндә батырҙарҙы яуға оҙатҡан йыйынға килгән һәм илһамлы ҡобайырын әйткән:
Мәскәүҙә ҡупҡан шау, тиҙәр,
Килеп баҫҡан яу, тиҙәр,
Француз булһын, кем булһын,
Ситтән килгән ят булыр.
Унан илгә
ҡот булмаҫ.
Ба
ҫҡан ере ут булыр,
Ү
ҙе Сыңғыҙҙан эт булыр.
Халыҡ Байыҡ сәсәнде танып, шунда уҡ умарта ҡортондай гөжләшеп яуға күтәрелгән, ти. Байыҡтың улы Әхмәт тә атаһы ҡулынан ҡылыс алып яуға киткән.
Байыҡ сәсән Аблаев — XVIII—XIX быуаттарҙа Башҡорто­стан тарихында тәрән эҙ ҡалдырып үткән күп кенә оло ваҡиғаларҙың тере шаһиты. Байыҡ Айҙар сәсәндең һуңғы йылдарҙа баҫылып сыҡҡан киң билдәле ҡобайырҙары: «Байыҡ Айҙар сәсән» ҡобайыры «Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтеше» һәм «Халыҡтың ир‑егеттәрҙе француздарға ҡаршы яуға оҙатҡаны» әйтеш текстарын үҙ эсенә ала. "Байыҡ сәсәндең Салауат батыр­ға әйткәне", "Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны, ха­лыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны" һ. б.
Байыҡ йыры — башҡорт халҡының ауыҙ-тел хазинаһы, был көйгә бейеү ҙә һалынған.
Сәсән исеменең 2‑се өлөшө «айҙар» (хөрмәтле, ихтирамлы) халыҡ тарафынан бирелә.
Читайте нас: