+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Сентябрь 2020, 12:25

Йәшәгән ер төҙөк булһын, урамдар тарих һөйләһен

Башҡортостандың ниндәй ауыл-ҡалалары Рәсәй буйынса яҡшылар рәтендә?

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бойороғо буйынса уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иғлан ителгән конкурстың еңеүселәре араһында Башҡортостандан тәҡдим ителгән һигеҙ эш бар.
Сибай, Белорет, Дәүләкән, Благовещенск, Учалы, Баймаҡ Воскресенское, Йылайыр – Башҡортостандан тәҡдим ителгән ун бер район-ҡаланың ошо төбәктәре еңеүсе исеменә лайыҡ була.
Белорет ҡалаһы “Офоҡ аръяғына атла” ҡала мәҙәни паркы, Баймаҡ “Баймаҡ. Үҙгәреш еле” ҡала үҙәге мөхитен үҫтереү системаһы, Воскресенское “Воскресенский заводының арт-үҙәге”мәҙәни-туристик мөхите, Йылайыр “Йылайырҙы үҙгәртеү” тарихи-мәҙәни ауыл проекты, Дәүләкән “Тура һыҙыҡ. Дәүләкән урамдары ваҡыт арауығы аша” ҡаланың үҙәк өлөшөн төҙөкләндереү программаһы, шулай уҡ Благовещенск, Учалы, Сибай ошондай рухтағы проекттар тәҡдим иткән.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: