+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Сентябрь 2020, 13:25

СӘСӘН ҺҮҘЕ - АҠЫЛ ҠАҘНАҺЫ

Таныш булайыҡ: ҠОБАҒОШ СӘСӘН, башҡорт халҡының шағир‑импровизаторы. Сәсән XY быуат аҙағы – XYI быуат урталарында йәшәгән бей, мең башы, йәғни мең батырға йәки меңле ғәскәргә башлыҡ.

ҠОБАҒОШ СӘСӘН, башҡорт халҡының шағир‑импровизаторы. Сәсән 15 б. аҙ. – 16 б. урталарында йәшәгән, бей, мең башы, йәғни мең батырға йәки меңле ғәскәргә башлыҡ.
Ҡарағөлөмбәт ханға ҡаршы яуҙа мең ырыуы башҡорттарын етәкләй. Еңелгәндән һуң Дим йылғыһы үҙәненән ҡыҫырыҡлап сығарыла. Уралға (хәҙерге Белорет районы) яғына китеп ҡатай ырыуы башҡорттары араһында йәшәй. Тирә-яҡтағы бейҙәр, үҙ-ара һөйләшеп, Ҡобағошто ханға тотоп бирмәксе булһалар ҙа, халыҡ сәсәнде йәшереп, аралап торған.
Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуҙа Ҡобағош сәсән ҙур теләктәшлек белдерә һәм етәкләүсе булараҡ сығыш яһай.
Нуғай хандарының һәм мырҙаларының мәрхәмәтһеҙлеге фашланған “Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне” риүәйәтенә ингән Аҡмырҙа сәсән менән әйтеше сәсәндең беҙҙең көндәргә килеп еткән берҙән‑бер әҫәре иҫәпләнә.
Ҡобағош сәсәндең Айбағош менән Көнбағош исемле ике улы булған, ти. Үҫеп еткәс, улар Ҡарағөлөмбәт яҡлы Үҫәргән ырыуын ҡыйрата башлаған, шунан уларҙың бейе Бикбау, илселәр ебәреп, килешеү һораған.
Ҡобағош сәсән бер шарт ҡуйып ризалыҡ биргән: “Йыйын­да кем һөйләһә лә ирек булһын, халыҡ кемде ғәйепле тапһа, шуға үлем булһын”, -тигән. Шул саҡ Ҡарағөлөмбәт хан Бикбау бейгә шундай кәңәш биргән: "Сәсәндәреңде йый, йомаҡ әҙерләһендәр. Ҡобағош, уны-быны уйламайынса, әҙерләнмәй килер. Шул йомаҡҡа яуап таба алмаһа, буй би­рер", — тигән.
Ҡобағош килгәс, Бикбау уға: "Минең шартым бар: бер сәсәнемә ҡушам, йомаҡ әйтһен. Шуға яуап бирә алмаһаң, һинең телең киҫелһен. Башыңды киҫһәм дә, мин хаҡлы, ни эшләтһәм дә, мин хаҡлы булайым", — тигән. Шунан ул, алдан әйтеп ҡуйған сәсәне Аҡмырҙаны саҡырып, Ҡобағошҡа йомаҡ әйтергә ҡушҡан. Бына шул саҡ Аҡмырҙа менән Ҡобағош араһында әйтеш башланған, һәм унда Ҡобағош сәсән еңеп сыҡҡан. Ошо поэтик ярыш башҡорт халыҡ ижадында "Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне" тигән ҡобайыр булып һаҡланып ҡалған. Унда Ҡобағош сәсән Бик­бау бейгә былай ти:
Яманлығың ҡуймаһаң,
Хандан күңелең уймаһаң,
Һаман ҡандан туймаһаң,
Һаман ҡондан туймаһаң,
Толпарға менгән улдарым
Атанан күргән юлдарын
Ташлап ситкә тайшанмаҫ,
Һыныңа ҡарап аңшаймаҫ.
Сергеһенән ҡан кисмәй,
Арыҫландай ҡан эсмәй,
Аттан эйәр алмаҫтар, ау,
Ҡынға ҡылыс һалмаҫтар.
Бикбау бей, Ҡобағошҡа һүҙ биреп, ант итеп, үлемдән ҡото­лоп ҡалһа ла, Ҡарағөлөмбәт хандан, аҙаҡ ҡаҙаҡтарҙан көс алып, уның менән оҙаҡ йылдар һуғышҡан, ти. Ә шулай ҙа бара-тора Ҡобағошҡа ылыҡҡан.
Мөхәмәтша Буранғолов туплаған мәғлүмәттән алынған.
Читайте нас: