“Башҡорт ихаталары” программаһы нисек бойомға ашырыла, Зауыҡлы биләмәләр йылында ниндәй эштәр башҡарыла, подъездар торошо нисек?
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хеҙмәте министры Борис Беляев ошо көндәрҙә кәңәшмә үткәрҙе.
Ул һөйләшеү барышында өйҙәрҙе зарарһыҙландырыу кеүек көнүҙәк темаға айырым иғтибар бүлде. Күп фатирлы йорттарҙа был процедураның үтәлеү-үтәлмәүе айырым контролгә алынасаҡ.
“Башҡорт ихаталары” программаһына килгәндә, дүрт төбәктә – Октябрьский, Күмертау ҡалаларында, Краснокама менән Салауат райондарында был йәһәттән эштәр тамамланған.
Был сара сиктәрендә балаларға хәүефһеҙ, уңайлы, сағыу майҙансыҡтар төҙөлә, спорт менән шөғөлләнеү өсөн айырым майҙандар ҡалҡып сыға.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #национальныйпроектгородскаясреда