0 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Сентябрь 2020, 11:53

Яман шеш менән ауырыған балалар өсөн

Уларҙың ғаиләләренә дауаланыу, юридик, психологик яҡтан ярҙам күрһәтелә.

2018 йылда Президент гранттары алған иң яҡшы 100 проект билдәләнде. Был исемлектә Башҡортостандан икәү бар.
"Бәләкәй эштәрҙең 3D ирекмәндәре" проекты Өфө ҡалаһының йәмғиәт фондын яҡшыртыуға, Башҡортостандағы ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Ул өс юҫыҡ буйынса эшләй.
"Үҙ-үҙемде яҡшыртам" йүнәлешендә ярҙамға мохтаждарға шәхси теләктәшлек күрһәтелә, "Мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртам" йүнәлешендә команда менән эш алып барыла.
"Тирә-яҡ мөхитте яҡшыртам" бүлегендә балалар, өлкән йәштәгеләр, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тирә-яҡ мөхитте уңайлы итеү өҫтөндә эшләйҙәр. Был проект сиктәрендә 300-ҙән ашыу изге ғәмәл ҡылынған, 283 кешегә көн һайын ярҙам күрһәтелгән.
Икенсе проект "Юғалтыуҙарһыҙ" тип атала. Уның сиктәрендә яман шеш менән ауырыған балаларға, уларҙың ғаиләләренә бар яҡлап - дауаланыу, юридик, психологик ярҙам күрһәтелә.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: