+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Сентябрь 2020, 10:54

Яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә ҡаршылайҙар

Бөгөн белем усаҡтарында беренсе уҡыу көнө. Ҡайһы берҙәр өсөн ул айырыуса шатлыҡлы, сөнки дәрестәр өр-яңы мәктәптә башлана.

1 сентябрь – Белем байрамында Стәрлетамаҡ ҡалаһының Шахтау ҡасабаһында өр-яңы мәктәп үҙ ишектәрен асты.
Был иҫтәлекле ваҡиға менән уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов менән уның урынбаҫары Радик Ғәлиев ҡотланы, уларға мәктәп директоры Нәсимә Ҡасимова ҡушылды.
2018 йылдың апрелендә төҙөлә башлаған мәктәп 340 балаға тәғәйенләнгән. Унда иркен кластар, спорт, тамаша залдары, медицина һәм ашау бүлектәре, китапхана бар.
Мәктәптә Шахтауҙан ғына түгел, Стәрлетамаҡ, Ишембайҙан да килеп уҡыясаҡтар.
“Мәғариф” милли проекты, “Ысын эштәр” кеүек проектар сиктәрендә балҡып ултырған, бөтә уңайлылыҡтары булған мәктәптәр Башҡортостандың һәр мохтаж төбәгендә ҡалҡып сығып торор.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: