Йәй үтте, көҙ етте, ә коронавирус зәхмәте һаман янда йөрөй.
Шулай ҙа, тормош үҙ яйы менән бара. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимына тағы ла үҙгәрештәр индерҙе.
Улар нигеҙендә 1 сентябрҙән алып кинотеатрҙар, уйын зоналары, күңел асыу урындары, сауҙа үҙәктәрендә һәм мәҙәниәт йорттарында урынлашҡан түңәрәктәр, секциялар асыла.
Был урындарҙың барыһына ла талап бер – санитар нормалар тулыһынса үтәлергә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һаҡланырға тейеш.
15 сентябрҙән алып мәҙәниәт һәм сәнғәт усаҡтары, шул иҫәптән, театрҙар ҙа эшләй башлаясаҡ.