0 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Сентябрь 2020, 17:34

Күп телдәр өйрәнерҙәр

Нимә ул – полилингваль мәктәп?

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 23-сө мәктәпкә полилингваль статусы бирелде. Белем көнө менән балаларҙы тәбрикләргә Башҡортостандың Мәғариф министры Айбулат Хажин үҙе килде.
Рус һәм башҡорт телдәренән тыш, был мәктәптә уҡыусылар француз, инглиз, ҡытай һәм башҡа телдәрҙе өйрәнәсәк.
Айбулат Хажин әйтеүенсә, бындай төр мәктәптәрҙең өҫтөнлөктәре – уҡыусыларҙың шөғөлдәре көн оҙонона һуҙыла.
Көндөң тәүге өлөшөндә теүәл предметтар буйынса белем алһалар, балалар төштән һуң үҙҙәрен ижади яҡтан үҫтерә ала.
Инглиз теле беренсе кластан уҡ өйрәнелә, урта кластарҙан мәктәп программаһына француз, ҡытай телдәре инә.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: