Балаҡатай районының Айҙаҡай, Өфө районының Жуково ауылдарында өр-яңы мәктәптәр уҡыусылар өсөн үҙ ишеген асты.
Айҙаҡайҙағы мәктәп районда ғына түгел, бөтә Башҡортостандағы иң матур белем усаҡтарының береһе. Бында балалар өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға йәмле, яҡты, иркен, заманса технологиялар менән йыһазландырылған кластар әҙерләнгән.
Мәктәптән алыҫ түгел балалар баҡсаһы ла төҙөлгән.
Жуково ауылындағы мәктәптең исеме лә бар – ул “Уңыш мәктәбе” тип йөрөтөлә. Бында дүрт йөҙгә яҡын бала белем аласаҡ. Ул өс блокка бүленгән – һәр береһендә башланғыс, урта, өлкән кластар белем ала.
Мәктәптә дәүләт телдәре – башҡорт һәм рус теленән тыш, татар, инглиз телдәре лә уҡытыла.
Төп уҡыу программаһынан тыш, бында өҫтәлмә белем биреү ҙә ҡаралған. Һәр шәмбе һайын мәктәптә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, сағыу, фәһемле саралар үтәсәк.