Өфө районының Чесноковка ауылында “Юлдаш” белем үҙәге асылды.
Ул 490 урынлы мәктәпте һәм 160 урынлы балалар баҡсаһын тәшкил итә.
Кисә Белем көнөнә арналған линейкала һәм үҙәкте асыу тантанаһында уҡыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе сәләмләне.
“Тәү сиратта 1 класс уҡыусыларын тәбрикләйбеҙ, һәм уларҙың мәктәптән һәйбәт кеше булып сығырына ышанабыҙ”, – тине ул.