+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь 2020, 16:50

Затон биҫтәһендә ЙӘЙҒОР күренеше

ЙӘЙҒОР - атмосфераның оптик һәм метереологик күренеше

ЙӘЙҒОР - атмосфераның оптик һәм метереологик күренеше, башлыса юғары дымлылыҡ яланында күҙәтелә. Ул төрлө төҫтәрҙә хасил була һәм дуға йәки ярым түңәрәк формаһын һыҙатландыра. Төҫтәр спектры, дуғаның эс яғынан ҡараһаң: (ҡыҙыл, ҡуйы һары, асыҡ һары, йәшел, зәңгәр, күк, шәмәха (миләүшә, йә сирен төҫө))
Физика дәрестәрендә был мөғжизәнең атмосфералагы оптик күренеш булыуы, ҡояш яҡтыһының һыу тамсыһында һынып, спектрҙың ете төҫөнә тарҡалыуы тип аңлаттылар. Төрлө оҙонлоҡтағы тулҡынды һыу тамсыһы төрлөсә һындырып, аҡ төҫ спектрға тарҡала — иң кескенә һыныу мөйөшө ҡыҙыл төҫтөҡө, ә иң ҙурыһы — миләүшәнеке. Был күренеш дисперсия тип атала.
Йәйғорҙы күреү өсөн, ҡояшка арт менән, ә һыу тамсыларына йөҙ менән баҫырға кәрәк. Әммә йәйғор берәү генә түгел, уның янында икенсеһе, өсөнсөһө лә күренергә мөмкин. Тимәк, һыу тамсыһында нур ике йәки өс тапҡыр һына. Былары, билдәле, тоноғораҡ була. Иғтибарлы кеше икенсе йәйғорҙа төҫтәрҙең тәртибе төп күперҙәгегә ҡапма-ҡаршы булыуын да күрер. Әгәр төп күперҙә ҡыҙыл төҫ дуғаның тышында булһа, икенсеһендә ул эсендә булыр.
Ай йәйғор ҙа бар. Дөрөҫ, ай йәйғор күпкә тоноғораҡ була, шуға күрә уны йыш ҡына “аҡ йәйғор” тип атайҙар.
Читайте нас: