+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь 2020, 16:25

Мәғрифәтсе-шағир, яҡтылыҡ йырсыһы

Белем көнө менән, дуҫтар!Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!..

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Мифтахетдин Аҡмулла.
Аҡмулла донъя гиҙергә яратҡан. Башҡортостанда ул Урал тауҙарының ҡаялары менән һоҡланһа, ҡаҙаҡ яҡтарында дала уның күңелен биләгән. Шул гүзәл тәбиғәт күренештәре, йыл миҙгелдәре тураһында: (көҙ, яҙ) шиғырҙарын дәртләнеп яҙған.
Мифтахетдин Аҡмулла Салауат Юлаевтан һуң беренсе булып, үҙ халҡына “Башҡорттарым”, тип мөрәжәғәт итә. Уны аң-белемгә, һөнәргә, ғилем нигеҙҙәренә эйә булырға саҡыра. Кешенең яҡтылыҡҡа ынтылыуын раҫлап, аҡыллылыҡты, ғәҙеллекте, кешелелекте данлай. Сәсән-шағир башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙә һәм байытыуҙа ла мөһим роль уйнай. Әйткәнебеҙсә, Аҡмулла кешелекте дуҫлыҡҡа өндәгән, уҡыусыларын ул рухлы итеп тәрбиәләгән. һәм рухлы кешелә төп ете: ШӨКӨР, АҠЫЛ, ИМАН, САБЫР, ИХЛАС, КҮҢЕЛ, ӘҘӘП сифаттары хас булыуын билдәләгән.
Читайте нас: