+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь 2020, 15:30
ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА
Ҡуяндар ниңә ҡурҡаҡ?Борон-борон заманда, йәшәгән, ти, бүре, төлкө һәм ҡуян. Улар бик татыу булған. Бер көндө өс дуҫ йомро икмәк табып алған, ти. Бөтәһенең дә уны ашағыһы килгән, бүлешергә теләмәгәндәр. Бүре менән төлкө һуғышып киткән, ти.
Улар һуғышҡан саҡта, ҡуян икмәкте алып ҡыуаҡ аҫтына ҡасҡан. Оҙаҡ ултырған ҡуян. Ел иҫһә лә, ҡош осһа ла, япраҡ һелкенһә лә ҡурҡып тик ятҡан. Шул ваҡыттан бирле ҡуян ҡурҡып ҡалған.
Илназ МУЛЛАҒӘЛИЕВ.
Тамъян-Таймаҫ мәктәбе, Миәкә районы.
Читайте нас: