– Нишләп? Һин бит уҡырға килгәнһең... – Уҡытыусы аптырап китте.
– Мин бит уҡый ҙа, яҙа ла, һанай ҙа беләм! Шуға миңә мәктәпкә йөрөргә кәрәкмәй!.. – тип ҡуйҙы Искәндәр.
Уҡытыусы апай йылмайҙы ла:
– Бик һәйбәт! Әммә уҡыу-яҙыуҙан тыш, беҙ һеҙҙең менән насарҙы яҡшынан, дуҫты дошмандан айырырға, изге эштәр башҡарырға, ярҙамсыл, ғәҙел булырға өйрәнәсәкбеҙ! – тине. – Төрлө фәндәр, төрлө илдәр, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында ла белербеҙ! Шунан, Искәндәр, мәктәпкә йөрөйһөңмө?
Беренсе класҡа уҡырға килгән малай ихласлап баш һелкте.
Миңлегөл ТАЙСИНА әҙерләне.