+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Август 2020, 19:35

УҠЫРҒА БАРҒЫМ КИЛӘ!

Ғабдрахманға биш йәш әле. Оҙаҡламай алты тула. Апайҙары уҡырға әҙерләнә башлағас: — Әсәй! Минең дә мәктәпкә барғым килә! — тине. — Һиңә иртәрәк әле, улым! Баҡсаға ғына йөрөп торорһоң инде, — тип йылмайҙы әсәһе. — Мин бит исемемде яҙа беләм, хәрефтәрҙе таныйым, — тип ныҡышты малай. —Мәктәпкә барһаң, матур тышлы китап-дәфтәрҙәр, төрлө төҫтәге сағыу ҡәләмдәр, портфель һатып алалар, — тип тә өҫтәне. — Уҡытыусы апайға әйтеп ҡарарбыҙ һуң, — тигән булды әсәһе, улының һүҙен ҡеүәтләгәндәй. — Ә уҡытыусыҡ кем ул? — тип һүҙгә ҡушылды кескәй Гөлнәзирә.— Уйынсыҡ, тубырсыҡ, — тип тәтелдәне үҙе.— Уҡытыусыҡ түгел, ә уҡытыусы... Уҡытыусы апай мәктәптә балаларҙы уҡыта! — Бына шулай ышаныслы яуап бирҙе үҙен ҙу-у-ур ағай тип һанаған Ғабдрахман. Наҙгөл Тайсина. Өфө районы, Шамонин урта мәктәбе.

Ғабдрахманға биш йәш әле. Оҙаҡламай алты тула. Апайҙары уҡырға әҙерләнә башлағас:
— Әсәй! Минең дә мәктәпкә барғым килә! — тине.
— Һиңә иртәрәк әле, улым! Баҡсаға ғына йөрөп торорһоң инде, — тип йылмайҙы әсәһе.
— Мин бит исемемде яҙа беләм, хәрефтәрҙе таныйым, — тип ныҡышты малай. —Мәктәпкә барһаң, матур тышлы китап-дәфтәрҙәр, төрлө төҫтәге сағыу ҡәләмдәр, портфель һатып алалар, — тип тә өҫтәне.
— Уҡытыусы апайға әйтеп ҡарарбыҙ һуң, — тигән булды әсәһе, улының һүҙен ҡеүәтләгәндәй.
— Ә уҡытыусыҡ кем ул? — тип һүҙгә ҡушылды кескәй Гөлнәзирә.— Уйынсыҡ, тубырсыҡ, — тип тәтелдәне үҙе.
— Уҡытыусыҡ түгел, ә уҡытыусы... Уҡытыусы апай мәктәптә балаларҙы уҡыта! — Бына шулай ышаныслы яуап бирҙе үҙен ҙу-у-ур ағай тип һанаған Ғабдрахман.
Наҙгөл Тайсина.
Өфө районы, Шамонин урта мәктәбе.
Читайте нас: