+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Август 2020, 16:35

ӘСӘЙ, УҠЫЙЫҠ ӘЛЕ!

Ринат Сөләймәнов шиғырҙарыВитамин Йәй буйына тырышып,Ҡараныҡ йомарт ерҙе.Алтын көҙҙәр етеүгәБаҡсабыҙ уңыш бирҙе. Кәбеҫтәне, ҡыярҙы,Сөгөлдөрҙө, кишерҙеМаринадлап һәм тоҙлап,Мөгәрәпкә төшөрҙөк. Ҡышын һалҡын тейҙереп,Әгәр сирләп китһәм мин,Беҙҙең көҙгө уңыштанЮҡ яҡшыраҡ витамин. Шуға ҡурҡытмай минеСатнама һыуыҡлы ҡыш.Өҫтәлдә йәй бүләге –Баҡсабыҙ биргән уңыш. “Баҡса уңһын, - ти, әсәй, -Ил имен торһон, Амин!Түтәлдәрҙә тәгәрәпӨлгөрһөн, - ти, - витамин”.

Кәкүкле сәғәт
Моңло кәкүк саҡыра
Теге остан, был остан.
Әллә беҙҙең сәғәттең
Ҡошо урманға осҡан?
Әллә атай сәғәтте
Урманға элеп киткән?
Кәкүкле сәғәттәге
Таныш моң килә ситтән.
Өйгә инһәм, сәғәттең
Кәкүге йырлап тора.
Ҡанат киреп, моң сәсеп
Донъяны нурлап тора.
Урмандағы кәкүккә
Сәләм юллаған һымаҡ.
Кәкүктәрҙең моңона
Урман йырлаған һымаҡ.
Өйҙә лә: “Кә-күк! Кә-күк!
Тышта ла: “Кә-күк! Кә-күк!” –
“Донъябыҙҙа матурлыҡ
Бик күп, - тиҙәр, - күп тә күп!”
Планетарий
Тәҙрә аша йондоҙҙарға
Һоҡланып ҡарай Илһам.
Гөлдөң һипкелле йөҙөнә
Оҡшаған төнгө йыһан.
Тулышҡан ай – өләсәһе
Бешкән һары май кеүек.
Һары майға күҙе ҡыҙған
Эте Һарыбай кеүек.
Планетарийҙағы кеүек
Күктәге был күренеш.
Ана, баҡсаға атылды
Йондоҙсоҡтан бер өлөш.
Читайте нас: