Бер көндө Һоробай менән Һарыбай урман мәктәбенә барған. Уларға ҡырҡҡа тиклем һанарға ҡушҡандар һәм икеһенә егермешәр таяҡса таратып сыҡҡандар. Һанайҙар-һанайҙар, ун һаны килеп сыҡҡан. Икенсегә һанайҙар – ун бишкә тулған. Шулай һанай-хисаплай торғас, таяҡсалары бөткән икән, ти. Ике айыу бер-береһе менән яңынан талаша башлаған. Береһе: ”Таяҡсалар минеке”, – ти. Икенсеһе: “Минеке”, – ти. Шулай талаша-талаша таяҡсаларҙы онтап бөткәндәр һәм егермегә тиклем генә һанарға өйрәнеп ҡайтып киткәндәр.
Ял көнөндә Һоробай менән Һарыбай майҙанға уйнарға сыҡҡан һәм ятҡан тупҡа талаша башлаған. Береһе: ”Туп минеке”, – ти. Икенсеһе: “Минеке”, – ти. Унда ырғыталар, тота алмайҙар. Бында ырғыталар, эләктерә алмайҙар. Шулай тупҡа талаша торғас, дуҫлашып киткәндәрен дә һиҙмәй ҡалғандар. Шунан бирле еләккә лә, мәктәпкә лә бергә йөрөй башлағандар, ти.
Учалы районы Ҡобағош ауылы.