+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Август 2020, 18:16

ИРТӘГӘ 1 СЕНТЯБРЬ!

Быйыл тантаналы линейкалар ниндәй тәртиптә, нисәнсе кластар өсөн үтә? Ата-әсәләргә был сараларға килергә яраймы?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостандың Мәғариф министры Айбулат Хажин яуап бирҙе.
- Белем көнө быйыл ниндәй тәртиптә үтә?
- Быйыл тантаналар 1, 9, 11 кластар өсөн генә буласаҡ. Һәр класҡа линейкалар өсөн айырым ваҡыт бүленәсәк. Башҡа кластар өсөн класс сәғәттәре онлайн форматта үтәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан асыҡ дәрес ойоштороласаҡ, шулай уҡ Еңеү дәрестәре, класс сәғәттәре ҡаралған.
- Ата-әсәләр тантаналы линейкаға килә аламы?
- Беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре килә ала. Улар 1,5 метр арауыҡ һаҡларға, битлектә булырға тейеш.
- Уҡыу ниндәй тәртиптә ойоштороласаҡ?
- 2 сентябрь бар кластар ҙа уҡырға киләсәк. Класс етәкселәре уларҙы мәктәп ишектәрендә үк ҡаршылаясаҡ.
- Уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы коронавирус инфекцияһынан һаҡлау өсөн ниндәй саралар ҡаралған?
- Битлек режимы, даими зарарһыҙландырыу, рециркуцляторҙар, термометрия.
- Дәрес ваҡытында балаларҙя таҡтаға сығарасаҡтармы?
- Беренсе сиректә юҡ. Артабан күҙ күрер.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: