ҺЫНАМЫШТАР. Башҡорт халҡының борондан килгән ауыҙ-тел ижадындағы ырым һүҙҙәренә, төрлө һынамыштарына, юрауҙарына әллә ни ышаныу кәрәкмәй. Белеүебеҙсә, был донъяла һәр нәмә, хатта саң бөртөгө лә Аллаһ Тәғәләнең рөхсәте менән генә ергә төшә.
Сиңерткәләр кис ныҡ сырылдаһа, һауа яҡшырыр.
Бал ҡорттары умарталыҡ тирәләй сәбәләнеп осһа, ямғыр көтөгөҙ.
Балыҡтар ямғыр алдынан уйнаусан.
Һауала нәжәғәй уйнаһа, иген уңыр.
Ҡояш ҡыҙарып байыһа, елләп ямғыр яуыр.
Болондағы кипкән бесән дымланһа, ямғыр булыр.
Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.