Зәйнәб Биишева – тыуған илен, уның бөйөклөгөн данлаусы шәхес. Илһөйәрлек тойғолары шиғырҙарында ла ярылып ята, уҡығанда ғорурлыҡ, тоғролоҡ кеүек хис-тойғолар биләп ала. Халҡыбыҙ йолаларынан нәҡ йыр йолаһына баҫым яһауы ла юҡҡа түгелдер. Халҡыбыҙ йырлы, моңло булған, шуны белергә, онотмаҫҡа, һаҡларға тейешбеҙ. Ошо өҙөктәрҙә генә лә күпме аҡыл, тәрбиә ята.
З. Биишева шиғырҙарында халҡына ғашиҡ һәм тоғро йәнде күрәбеҙ...
Мин йәм табам халҡым һөйгән
( “Мин йәм табам...”, 1959 )
Шағирәнең ниндәйҙер сит нәмә тураһында һөйләүе түгел, ә тыуған ерен минеке, үҙемдеке тип ололауы:
Эй матур, иркен, ҡеүәтле,
Дан һиңә, дан, тыуған ерем,
( “Дан һиңә, Тыуған илем”, 1955.)