Зауыҡлы биләмәләр йылы уңайынан Сибайҙа “АРТ-прорыв” конкурсы үтте.
Ул ҡаланың 65 йыллығына арналды.
Конкурста мәктәптәр, балалар баҡсалары, колледждар, ҡала технопаркы, “Ғаилә” социаль ярҙам үҙәге ихлас ҡатнашты.
Металдан, ағастан, пластиктан, таштан һәм башҡа материалдарҙан йәмғеһе 33 эш йыйылды.
Баһалама ағзалары белдереүенсә, улар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу ҡыйынға төшкән, сөнки һәр эш күңел йылыһы бирелеп, ихлас эшләнгән.
“Ете ырыу”, “Тәхет” арт-проектары киләсәктә ҡаланы биҙәп торасаҡ.