+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Август 2020, 14:13

БАЛАЛАР, ӘЙҘӘГЕҘ ТОРАТАУҒА ЭКСКУРСИЯҒА!

Шихандың үҙенән тыш, һеҙҙе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың йорт-музейы, Красноусол минерал сығанаҡтары, “Усолка” геологик файҙалы ҡаҙылмалар урыны, Мәләүез районындағы Воскресенское ауылы көтә.

Июль аҙағынан алып “Торатау” геопаркында мәктәп уҡыусылары өсөн экскурсиялар ойошторола башланы.
Әлеге мәлдә Стәрлебаш, Әлшәй, Федоровка һәм башҡа район балалары үҙенсәлекле шихандарҙың береһен барып күргән.
Экскурсия маршрутына шулай уҡ Мәләүез районындағы Воскресенское ауылы, Красноусолдағы минерал сығанаҡтары, “Усолка” геологик файҙалы ҡаҙылмалар урыны индерелгән. Маршруттарҙың береһендә бөйөк башҡорт шәхесе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың Ишембай районының Көҙән ауылында урынлашҡан йорт-музейын барып күреү мөмкинлеге лә ҡаралған.
“Торатау” геопаркының директоры Айнур Самановтың һүҙҙәре буйынса, бындай саралар Башҡортостан балалары Торатау, уның тирә-яғындағы иҫтәлекле урындар менән танышһын өсөн ойошторола. Балаларға бигерәк тә Торатау тауына менеү, бейектән тирә-йүнде күҙәтеү оҡшай икән.
Экскурсияларҙа гидтар тирә-яҡ менән таныштырып ҡына ҡалмай, теге йәки был ерҙең тарихын һөйләй.
Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сығыштарында эске туризмды үҫтереү темаһын йыш телгә ала. Бигерәк тә сит илдәргә сығыу мөмкинлеге сикләнгәндә, тыуған ерҙең ҡыҙыҡлы урындары менән танышыу балаларға ғына түгел, һәммәһенә лә ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: