+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Август 2020, 13:05

ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВАЯҡшы һүҙ Айыуҙар үҙҙәре йәшәгән урманды бик яраталар. Улар урманды бысратмай, ҡарап, матурлап ҡына торалар. Тырышбикә тигән бәләкәс кенә айыу ҡыҙыҡайы ла урманын ярата. Йәнә өләсәһенә ҡунаҡҡа йөрөргә ярата. Ә балды Тырышбикә бөтәһенән дә нығыраҡ ярата. Шатбикә инәйҙең балы күп. Уға януарҙар күстәнәскә бал тотоп киләләр. Байрам һайын бал бирәләр. Бал менән кәштә, тәҙрә төбө тулған. Иҙәндә лә урын юҡ, хатта тышта тәпән-тәпән бал ултыра. “Минең өләсәйем бик бәхетле. Ҡасан теләй, шунда бал ашай”, -.тип уйланы Тырышбикә. Тағы ла шулай тине: “Оҙаҡламай ата-әсәм килә, уларҙа бал алып килер. Өләсәйем тағы ла нығыраҡ ҡыуаныр” Улар өләсәһе менән көнө буйы урманда йөрөнөләр. Урманда өләсәһен һр кем таный, хөрмәт менән иҫәнләшәләр. Өләсәй ағастар, япраҡтар, йәнлектәр, бөжәктәр тураһында ҡыҙыҡ нәмәләр һөйләне, урман уйындарын өйрәтте. Йомаҡтар ҡойҙолар. Шиғыр сығарҙылар. Бейенеләр. Шул саҡ бер ҡорт та улар менән ҡуша бейергә итте. -Ул бит саға. Ҡыуып ебәр, өләсәй! -тине Тырышбикә. -Юҡ, рәнйетергә ярамай. Балды яратҡас, бал йыйған ҡортто ла яратырға кәрәк, - тине өләсәй.- Сөнки ул йәй буйы арымай-талмай эшләй. Ә быйыл бал күп булды. Ул да үҙенсә, осоп бейеһен, ҡыуанһын... (дауамы сайтта)


Бына шулай бик күп нәмәне белде, аңланы Тырышбикә. Хәҙер, маҙаһыҙлап, бызлап осоп йөрөгән бал ҡорттарына асыуы килмәй.
Урманда ла Ололар көнө бар икән. Өләсәйгә ҡунаҡтар тағы ла бал килтерҙеләр. “Ҡасан ҙур булырмын? Мин дә бал алып килер инем, - тип уйланы Тырышбикә. - Балы тағы ла күберәк булһа, өләсәйем тағы ла нығыраҡ шатланыр ине”.
Ә уға өләсәһе янында рәхәт. Шатбикә әбей ейәнсәренә үләндәрҙән тәмле сәй эшләргә өйрәтте. Тырышбикә әле генә ауырый ине, шундуҡ һауыҡты.
-Өләсәй, һинең менән рәхәт!
Шул саҡ өләсәһенең күҙе йәшләнде.
-Өләсәй, һине берәйһе рәнйеттеме?
-Юҡ, балам. Был шатлыҡ йәше. Рәхмәт һүҙен ишетеү - иң ҙур ҡыуаныс! . Сөнки яҡшы һүҙ - татлы балдан татлы. Һинең “рәхмәт”, тип әйтеүең ошондағы бөтөн балдан да ҡыйбат. Бал тән дауаһы булһа, яҡшы һүҙ – йән дауаһы. Иртәгә сирлеләргә балды таратырбыҙ, тәпәндәр бушар, ә күңелебеҙ яҡшылыҡ менән тулыр. Яҡшылыҡ менән тулған күңел - иң кәрәге.
Бына шулай итеп Тырышбикә яҡшылыҡ тураһында ла күп нәмә аңланы. Оҙаҡламай ата-әсәһе килер. Улар ҙа өләсәйгә бал алып килергә кәрәк, тип уйлай ҙа баһа! Зирәк айыу ҡыҙы ата-әсәһенә шулай тип хат яҙҙы: “Һеҙ өләсәй менән һөйләшеп ултырырға килегеҙ. Бергәләшеп сәй эсербеҙ, бергәләшеп урман ҡыҙырырбыҙ, яңы ер-һыу күрербеҙ. Тик бал алып килмәгеҙ”. Шунан Тырышбикә уйланып ултырҙы. Ни өсөн икәнен дә яҙырға кәрәк бит! Өләсәһенең аҙаҡҡы һүҙҙәрен ул, әлбиттә, бик аңлап бөтмәне. Ләкин ныҡ хәтерләп ҡалды. Шуға ла һүҙмә-һүҙ яҙҙы: “Тик яҡшылыҡ менән тулған күңелегеҙҙе онотоп ҡалдырмағыҙ. Ул бында иң кәрәге”.
Читайте нас: