Башҡортостанда граждандарҙың льготалы төрөнә ҡараған 664 мең кеше йәшәй.
Улар һуғыш, тыш һәм хеҙмәт, хәрби хәрәкәт ветерандары, Чернобыль афәтендә булғандар, уларҙың ғаиләләре, мөмкинлектәре сикләнгән балалары булған ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр.
Был төргә ҡараған бар граждандар сентябрҙән алып аҡсалата компенсацияны торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн яңы тәртиптә ала башлаясаҡ.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн аҡсалата компенсация льготалы категорияға ҡараған граждандарға уларҙың сығымдарына, торлаҡ майҙаны, ғаилә составы, һанау приборҙарының булыу-булмауы, йәшәгән урындың халәтенә ҡарап түләнәсәк.
Был льготалы категорияға ҡараған граждандарға ҡарата ғәҙел ҡараш булдырыу маҡсатынан сығып эшләнә.
"Бәлки уларҙың береһе ҙур коттеджда йәшәйҙер, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн 20 мең түләп, үҙенә кире 10 мең һумын ҡайтарып алалыр. Шуға күрә, ЕДК һәр льготалы категорияға ҡараған гражданға шәхси рәүештә билдәләнәсәк", - ти был өлкәләге белгестәр.
Шуныһын айырыуса иғтибар өҫтөнә алып үтер кәрәк: быға тиклем торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүе ҡалған граждандарға аҡсалата компенсация түләнмәйәсәк.