Бөгөн иҫтәлекле көн - Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Мостай Кәрим скверында Башҡортостандың халыҡ шағиры, балалар өсөн күп сағыу әҫәрҙәр ижад иткән Мостай Кәримгә һәйкәл асылды.
Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Татарстан Башлығы Рөстәм Минниханов ҡатнашты.
Мостай Кәрим һәйкәлдә Урал тауҙары итәгендә ултырған килеш һынландырылған.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, был һәйкәл ике күрше республиканың, ҡәрҙәш халыҡтарҙың дуҫлыҡ символына әүереләсәк.
Рөстәм Минниханов, үҙ сиратында, былтыр Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асылыуын, быйыл башҡорт шағирының һыны Ҡазан урамдарын йәмләүен билдәләп үтте.