Быйыл Мағашта урман сәртләүеге ишелеп уңған, тигәс, урманға барырға булдыҡ. Йыл һайын уңыш бирмәй шул сәртләүек ағасы.
Мағаш тауҙары Архангел һәм Ғафури райондары буйлап һуҙылған. Таҙа, саф һыулы Еҙем йылғаһы Мағаш теҙмәләрен уратып аға.
Бай тәбиғәтле Мағашта емеш-еләктең, бәшмәктәрҙең һәр төрө лә үҫә. Муйыл, балан, сәртләүек, миләш мул уңышы менән кешеләрҙе ҡыуандырып тора. Файҙалы үләндәр, шифалы үҫемлектәр, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр — барыһы ла Мағаш тауҙарында.
Гөлнәзирә менән Ғабдрахманға Мағаш буйлап сәйәхәт бик оҡшаны!