+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Август 2020, 01:28

ҠАТЫН-ҠЫҘ БӘХЕТЕ БАЛАЛАРҘА

"Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе" сараһында балаларҙы тәрбиәләүгә йүнәлтелгән бүлектәр ҙә бар.

Бөгөн Шишмә районында "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" академияһын асыу тантанаһы үтте.

Был проект Башҡортостан Башлығы Гранты ярҙамында бойомға ашырыла.

Сараның төп маҡсаты - ҡатындарға үҙҙәрен уңайлы мөхиттә тойорға мөмкинлек биреү, иғтибар һәм наҙ бүләк итеү, белгестәр ярҙамында үҙеңде, тәбиғәтеңде аңларға этәреү.

"Бар ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы был сарала сәләмләүемә шатмын. Килгәндәрҙең бөгөн яңы үрҙәр яулауын, өйгә, яҡындарына тик яҡшы тәьҫораттар алып ҡайтыуын теләйем", - тине Каринэ Хәбирова тантана барышында.

Сара, йола булараҡ, бер нисә бүлектәр буйынса эшләне. "Дуҫлыҡ биләмәһе"ндә психолог Ирина Банникова үҫмерҙәр менән аралашыу серҙәрен һөйләне, "Бала саҡ биләмәһе"ндә врач-неонатолог Фәйрүзә Латыпова өс йәшкә тиклемге бәпестәрҙең үҫеше хаҡында бәйән итте.

Айгөл ЙӘМИЛЕВА.

Читайте нас: